Все новости
Спорт
15 Февраля 2021, 11:38

Өмөт боҙҙарын иретеп

"Беҙҙең өмөт боҙҙары"- Яҡшымбәттә тап шулай тип аталған сара үткәргәндәр. Конькиҙа шыуыу буйынса ярыш.

Ауылда кем конькиҙа аҙмы-күпме баҫа белә, барыһы ла катокка сыҡҡан. Һауа торошо ла, заказ биреп ҡуйғандай, йылы, көләс торған. Бындай шәп сара булғас, хакимиәттән физкультура, спорт туризм һәм йәштәр комитетынан Роман Барановский үҙе килгән. Каток эсенә генә һыймай, бар ауылды яңғыратып, музыка уйнаған - Фидан Булатов иң кәрәк йырҙарҙы ғына уйнатып торған - уны тыңлағанда конькиҙар тағы ла шәберәк шыуа икән. Ярыш тигәне оло байрамға әйләнгән, аҙаҡ иң шәп конькисыларҙы бүләкләгәндәр. Катоктағы боҙ был ярыштарҙан ирей яҙған. Өмәт боҙҙары ғына иремәгән.
Читайте нас: