Все новости
Спорт
16 Февраля 2021, 19:00

Йәнә алдынғы урындар!

Көйөргәҙе районының спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Юрий Николаев етәкселегендәге тәрбиәләнеүсе үҫмерҙәр ҙур һөҙөмтәләргә өлгәште.

Тренер Юрий Николаев:
- Шул тиклем күп команда, ҡатнашыусылар араһында ҙур еңеү яулауыбыҙға сикһеҙ шатбыҙ. Ярыштар 10-нан алып 15 февралгә тиклем барҙы. Вероника ла Михаил да 1-се кластан алып был спорт төрөн яратып шөғөлләнәләр, үҙҙәре тырыш һәм әүҙемдәр, барлыҡ олимпиада, ярыштарҙа ла ҡатнашып йөрөйҙәр. Йыраҡ ара булыуына ҡарамаҫтан балаларҙың ата-әсәләре ризалыҡ бирҙе. Балаларҙың юл сығымдарын республикабыҙ, ә минең өсөн районыбыҙҙың спорт комитеты юл хаҡын түләп уңыштар теләп оҙатып ҡалдылар. Уларҙың ышаныстарын аҡлап, еңеүҙәр алып ҡайтыуыбыҙға бик шатмын, рәхмәтлемен. Был спорт төрөндә 25 йылдан артыҡ яратып шөғөлләнәм, үҙемде тап ошо спортта таптым тип әйтә алам һәм тейешле алмаш үҫеп килеүенә бик шатмын.
Афарин, һеҙ районыбыҙ ғорурлығы тип әйтергә лә була. Тағы ла бөйөк үрҙәр яулауығыҙҙы теләйбеҙ!
Тулы материал 14-се һанда.
Читайте нас: