Все новости
Спорт
17 Февраля 2021, 17:34

Бөгөлсәндәр - иң шәбе

2006 йылда тыуған йәки унан да йәшерәк булғандар ғына ҡатнаша ала - был төп шарт ине. Бөгөн ермолаевола булған баскетбол ярыштарын әйтәбеҙ. Бөтә спорт төрөнән дә беҙ шәптәр, баскетболда ла беҙ төшөп ҡалмаған - ярыш ныҡ ҡыҙыу барҙы. Егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа таһыл, ныҡ оҫта уйнайҙар. Һөҙөмтә былай:

Егеттәр араһында:
1 урын- Бөгөлсән мәктәбе;
2 урын - Яңы Таймаҫ гимназияһы
3 урын - Ермолаевоның 1 мәктәбе
Ҡыҙҙар:
1 урын - Бөгөлсән;
2 урын - Ермолаевоның 1 мәктәбе ;
3 урын - Яңы Таймаҫ гимназияһы .
Күреп тораһығыҙ, Бөгөлсәндәр иң шәптәре. Улар тиҙҙән Миәкәгә юлланасаҡ, райондың данын яҡларға. Уңышлы юлдар һеҙгә, малайҙар-ҡыҙҙар, баскетболды нисек уйнарға кәрәк икәнен миәкәләргә ныҡлап күрһәтеп ҡайтығыҙ.
Читайте нас: