Үткән аҙнала кикбоксинг буйынса Өфө Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм беренселеге үтте. Унда 11 төбәктең спортсылары үҙ ара көс һынашты. Улар араһында ҡалабыҙ егеттәре Шаймурат менән Айбулат Багишаевтар ҙа ҡатнашты (тренерҙары Марат Багишаев менән Рөстәм Ишморатов). К1 бүлегендә Шаймурат чемпион булһа, фулл-контакт буйынса Айбулат бронза миҙалын яуланы.