Юшатыр
-18 °С
Облачно
75 лет Победы
Все новости
Спорт
19 Февраля 2021, 16:00

Тағы еңеү, тағы ла беҙҙекеләр!

Самат ТУЙГИЛДИН, көрәш буйынса тренер, Яҡуп ауылы:- Яҡуп мәктәбенән Башҡортостан йыйылма командаһына ике уҡыусыбыҙ эләгеүенә шатбыҙ. Үҙ ауырлыҡ категорияларында Малик Емилов менән Йәмил Искәндәров Ҡазанда үтәсәк Рәсәй беренселегендә ҡатнашасаҡтар. Алла бирһә, күрше республикабыҙҙа ла егеттәребеҙ һынатмаҫ һәм еңеү яулап ҡайтырбыҙ тип ышанам.

- Республиканың йыйылма командаһына эләгеүемә шатмын. Был еңеүем өсөн әсәйемә һәм дә тренерым Самат Усман улына ҙур рәхмәтлемен. 8-се класта уҡыйым, ә көрәшкә 4-се кластан бирле йөрөйөм. Көрәштә шөғөлләнеү бик оҡшай, киләсәктә лә был спорт төрөн ташламай дауам итергә тигән уйҙамын, - ти Йәмил Искәндәров.
Читайте нас в