Былары - тарих. Алда беҙҙе йәки Аҡ Барс йәки Авангард көтә, киләсәк "дошманыбыҙ" бөгөн кискә билдәле буласаҡ. Кәпәстәрҙе үргә сөйөп ҡыуанырға иртә, Салауаттың алама яҡтары ла күп. Йә еңеп барған ерҙән, ҡулдарҙы төшөрә лә, еңелә лә ҡуя, йә ҡапҡасы башын юғалта. Финдарға ҙур ышаныс, шулай ҙа ҡалған бишлектәр ҙә төшөп ҡалған түгел, уйнаһа уйнай ҙа ҡуя. Хәүефләндергән йәнә бер яғы - ҡағиҙәләрҙе йыш боҙабыҙ, Трактор беҙҙе бының өсөн язалмай алманы (улар менән 25 тапҡыр аҙсылыҡта уйнаныҡ был плей-оффта, ә тракторсылар, бишкә - дүрт уйнағанда, ни бары ике тапҡыр ғына беҙгә шайбаны керетә алды). Аҡ Барс йәки Авангард беҙҙе ғәфү итмәйәсәк. Бына ошо мәлдәрҙе (беҙҙең, телевизор алдында ултырып әрләргә яратҡандарҙың, фекерен) иҫәпкә алһалар шәп булыр ине. Икенсе раундтың тәүге уйыны 17 йәки 18 мартта башлана. Көтәбеҙ, янабыҙ, өмөтләнәбеҙ.