Һəр ваҡыт беҙҙең ышаныстарҙы аҡлаған, тренерҙары Самат Туйгилдин булған Яҡуп ауылы батырҙары был юлы ла һынатманы. Көсөргəнешле алышта Малик Емилов 1-се урын яулаһа, Йəмил Искəндəров 3-сө урынға лайыҡ булды. Күмертауҙар ҙа призлы урындарһыҙ ҡайтманы. Тренеры Əсхəт Шəрипов булған Илдар Əйүпов 2-се урынға сыҡһа, Əхəт Рафиҡовтың тəрбиəлəнеүсеһе Илсур Ниғмəтуллин 3-сө урынды яуланы.