Спорт
16 Марта 2021, 06:03

Пауэрлифтинг та беҙҙең спорт

13 мартта Күмертауҙа пауэрлифтинг буйынса ярыштар үтте. Спорттың был төрөндә тик егеттәр, быуындары ныҡ ир-аттар ғына ҡатнашырға тейеш һымаҡ- ҡыҙҙар нескә зат, тик былай тип уйлап, яңғылышабыҙ, беҙҙең арала бил бирмәҫ ҡыҙҙар ҙа етерлек.

Ермолаевоның Сокол комплексында шөғөлләнгән ҡыҙҙар ҙа ҡатнашҡан был ярышта һәм еңгәндәр. Байғужина Камилә беренсе урынды яулаған. Район егеттәренән икенсе урынға Ишбирҙин Руслан сыҡҡан. Күмертауҙыҡыларҙан Еогорв Максим абсолют чемпион исеменә лайыҡ булған. Еңеүселәр апрель айында ярышҡа Өфөгә бара, ышанабыҙ: башҡалала ла егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа һынатмаҫ.
Читайте нас