Спорт
18 Марта 2021, 09:45

Беҙ тормошҡа әҙер

Кеше бәләкәйҙән хеҙмәткә өйрәнеп үҫергә тейеш. Юҡһа, йәшәүе ҡыйын буласаҡ. Хеҙмәттән тыш, илде һаҡларға әҙер булыу ҙа мотлаҡ, Ватанды дошман баҫып алһа, ҡайҙа бында тыныс ҡына хеҙмәт итеп йөрөү.

Ошоларҙы уйлап, ГТО нормаларына имтихан биреүҙе тергеҙҙеләр. СССР бөткәс, тәмле туңдырма менән бергә, ГТО ла бөтөп ҡуйғайны. Хәҙер хеҙмәткә лә, илде һаҡларға ла бәләкәйҙән өйрәнеп үҫәбеҙ. Бөгөн Ермолаевола сираттағы тапҡыр ГТО нормаларын тапшырҙылар. Һәйбәт кенә килеп сыҡты, беҙ тормошҡа әҙер.
Читайте нас