Спорт
21 Марта 2021, 05:52

Бына, исмаһам, ҡыҙҙар!

Түбәнге Новогородта, Волга буйы федераль округы беренселегенә, самбо буйынса ярыштар үткән.

Был алышта Күмертауҙың ике ҡыҙы - Әминева Роксана менән Әминева Розана барыһын да ергә һалған. Ҡайһы бер егеттәр баҙнат итмәҫ спортта алдынғылыҡты бирмәгән ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ. Алда финал ярыштары көтә, Новороссийскиҙа, уныһын да ла, ышанабыҙ, Роксана менән Розана (исемдәре бит әле, шунда уҡ иҫтә ҡалырлыҡ) ысын самбист ҡыҙҙар ҡалай була икәнен күрһәтеп ҡайтыр.
Читайте нас