Спорт
21 Марта 2021, 06:39

Иң оҫтаһы - Йәмил

Сараны ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәр: Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов, «Южурал-Ойл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Закир улы Исхаҡов, шәхси эшҡыуар Баширов Рим Миңнулла улы, фермерҙар Искәндәров Рәсил Ғилемйән улы, Елинкин Булат Батыргәрәй улы.

Көйөргәҙе районы Яҡуп ауылында, Афған һуғышында һәләк булған яугир - интернационалист Сиразетдинов Рафиҡ Миҙхәт улы иҫтәлегенә арналған, көрәш буйынса 13-се асыҡ турнир үтте.
Быйылғы турнирҙа Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге гимназияһынан, Богородск ауылынан, Күмертауҙың 3-сө БРГИ-һынан, Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенән, Көйөргәҙе районы Яҡуп, Мораптал, Ермолаево ауылдарынан 7 команда араһында 51 көрәшсе ҡатнашты.
Махсус ҡунаҡтар Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Ильясов Юлай Талха улы һәм уның социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Данил Акилов, Көйөргәҙе районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Юлай Юныс улы Ишмөхәмәтов, физкультура, спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Барановский Роман Александрович, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф ветераны Копылов Василий Иванович, Афған һуғышы ветераны Халитов Урал Әхтәм улы килделәр.
Сараны ойоштороуҙа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәр Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов, «Южурал-Ойл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Зиннур Закир улы Исхаҡов, шәхси эшҡыуар Баширов Рим Миңнулла улы, фермерҙар Искәндәров Рәсил Ғилемйән улы, Елинкин Булат Батыргәрәй улы.
1-3 се урын алған көрәшселәргә кубок, миҙал, грамота, бүләктәр тапшырылды.
Иң йәш көрәшсе Мәләүез ҡалаһынан Сәйфетдинов Данил, иң оҫта көрәшсе Яҡуп егете Искәндәров Йәмил, Ишмөхәмәтов Юлай Юныс улынан махсус бүләк алып ҡыуандылар!
Көрәшсе егеттәргә, уларҙы был спорт төрөнә етди әҙерләгән тренерҙарына, килгән ҡунаҡтарға, бағыусыларға, һәм был ҙур сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеүселәргә Яҡуп мәктәбе директоры, тренер Туйгилдин Самат Усман улы ҙур рәхмәттәрен еткереп, һаулыҡ, именлек, уңыштар теләп ҡалды!!!
Читайте нас