Спорт
28 Марта 2021, 04:45

Тағын беҙҙекеләр!

Район көрәшселәре өйҙәрендә торамы икән? Ысынын әйткәндә, беҙ уларҙың еңеүҙәре тураһында яҙып арыныҡ, ә улар... Бер ҡалаға барып еңә, инде әлегә булды тип ултыраһың, юҡ, бер аҙҙан йәнә ҡайҙалыр барып көрәшеп йөрөп ята.

Бына әле лә Өфөгә барғандар. Самат Туйгилдин һәм Илшат Юлбаев. Әллә ҡанаттары бар, арымай ҙа талмай ҙа, егеттәре менән көрәшеп туя алмай. Былай ғына, барып күренеп, ҡатнашыу өсөн генә йөрөмәйҙәр, еңәбеҙ тип йөрөйҙәр.
2 урынды үҙ ауырлыҡ категорияларында:
Емилов Малик
Хисиков Даниэль
Ғүмәров Илнар
3 урынды:
Искәндәров Йәмил
Гвоздик Артур алғандар. Дөйөм командалар буйынса Көйөргәҙе районы батырҙары 2 урында.

Инде, тын алып, саҡ ҡына ултырырға форсат булды. Тик беләбеҙ, был күпкә түгел - егеттәрҙе алда тағы ла еңеүҙәр көтә.
Читайте нас