Спорт
29 Марта 2021, 11:49

Рәхмәт, Дамир ағай!

Дамир Минияр улы Хәйбуллин депутат булып һайланмаҫ борон уҡ әүҙем ижтимағи тормош менән йәшәне. Район яҙмышы – уның яҙмышы, кемгә ниндәй ярҙам кәрәк, береһенә лә "Юҡ" тимәне. Ә инде район Советы депутат булып һайланғас, Дамирҙың тупһаһы янында кеше аяғы тағы ла күбәйҙе. Әле лә береһен дә кире бороп сығармай. Әле Бахмут, әле Бөгөлсән халҡы янында була, хәсрәт-хәстәрҙәрен белешә.

Яңыраҡ Дамир Хәйбуллин сираттағы ярҙамын күрһәткән - район ҡыҙҙары баскетбол буйынса Борайға ярышҡа барҙы, ҡыҙҙарҙың еңәм тигән дәртен күргәс, депутат уларға ярҙам йөҙөнән 2000 һум аҡса биргән. Баскетболсы ҡыҙҙар Дамир ағаларына ҙур рәхмәт әйтә, һеҙҙең ярҙамығыҙ арҡаһында иркенләп йөрөп, ярышып ҡайттыҡ. Әйткәндәй, беҙҙең спортсылар дөйөм командалар буйынса 10 урынды алып ҡайтҡан.
Читайте нас