Все новости
Спорт
10 Апреля 2021, 11:19

Иршат һымаҡ булығыҙ!

Иршат Исмәғилев иҫтәлегенә көрәш буйынса ярышҡа нисә баһадир килгән тип, регистратурала ултырған Самат Усмановтан һорағас, ул "Байтаҡ-байтаҡ" тине. Байтаҡ тигәне 74 бәләкәй, 32 оло йәштәге батырҙар икәнен аңлата икән.

Сокол тип аталған физкультура-һауыҡтырыу янынан үтеүе шуға ла ҡыйын. Республиканың төрлө район-ҡалалары килеп тулған. Тулған тип ауыҙ тултырып әйтерлеге бар, ҡайһы бер райондар килмәһә лә (Ауырғазыла ла бөгөн ярыш икән), ысынлап та байтаҡ көрәшсе ең һыҙғанып йөрөй. Ауырғазылағы көрәш нисек баралыр, илли мәгәр беҙҙәгенә етмәйҙер ул, Роберт Юлдашев уларға түгел, ә беҙгә килгән.
Илнур Туйгилдин ауыр көрһөнөп йөрөй, ҡайһы ерендер ҡаймыҡтырған, шуға бөгөн көрәшә алмай.
Сараны асып, Юлай Ильясов күп һөйләмәне, Иршаттай батыр булығыҙ тине. И. Исмәғилевтың хәләл ефете, ҡыҙҙары ла бында. Батырҙың ҡыҙҙарын күргәс, телевидениенан килгән һылыуҙарҙыр былар тигән уй тыуғайны тәүҙә. Шул тиклем сибәрҙәр. Батырҙан матурҙар тыуа.
Тулыраҡ был турала киләһе һанда була.
Читайте нас: