Спорт
30 Июня 2021, 10:55

Алты район, алты ат, алты егет

Улар өҫтөнә менгән егеттәр ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, бөркөттәр: Нурислам Ишмөхәмәтов, Азамат Рыҫҡолов, Айбулат Әбдрәхимов, Ислам Мәзитов, Илгиз Йомағузин, Рәмзил Бәширов.

Беҙгә лә сират етте - ат сабыштырырға. Терра-Башкирияла йәнә ҡатнашабыҙ. 3 июлдә Өфөгә барлығы 6 район үҙҙәренең дөлдөлдәрен әҙерләп алып килә. Беҙҙән бер түгел, 6 саптар ҡатнаша. Исемдәренә ҡарағанда, шәп юртаҡтар булырға тейештәр: Карамель, Шанхай, Гордый, Ҡарлуғас, Сабха, Буян. Улар өҫтөнә менгән егеттәр ҙә, хәйер, төшөп ҡалғандарҙан түгел, бөркөттәр: Нурислам Ишмөхәмәтов, Азамат Рыҫҡолов, Айбулат Әбдрәхимов, Ислам Мәзитов, Илгиз Йомағузин, Рәмзил Бәширов. Һеҙҙән таҫыллыҡ, сослоҡ, ныҡышмалыҡ, беҙҙән - дәрт. Уңыштар!
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас