Спорт
5 Июля 2021, 11:57

Атығыҙ ҙа булһын, йүгəнегеҙ ҙə...

Район хакимиəтенең ваҡытлыса башлығы Юлай Ильясов бер ике ауыҙ һүҙ əйтеп үтте:- Үҙем ат ярышын ҡарарға ныҡ яратам, башҡорт егеттəре мотлаҡ атта йөрөй белергə тейештер, тип уйлайым. Бигерəк тə ат ярышында арбалы сабыш ҡыҙыҡ минең өсөн, мин уны үҙемсə «Бригадирҙар ярышы» тип йөрөтəм, район һабантуйында ат ярышы өс төрлө булды, тоҡомло аттар, эшсəн аттар һəм тап шул, арбалы аттар ярышы. Ярышта еңеү яулау, тик аттарҙан ғына тормайҙыр, жокейҙар ҙа ҙур роль уйнай, минеңсə, мəҫəлəн райобыҙҙан ярышырға килгəн егеттəр араһында, Айбулат Əбдрəхимовты айырып əйткем килə, ул тəүге йыл ярышҡанда, йəрəбə менəн һайланып, уға иң насар сапҡан ат элəкте, Айбулат шул атты ла икенсе урынға алып сыға алды. Шулай булғас аттар ғына түгел, ат хужалары ла ярышта ҙур роль уйнайҙыр. Килəһе йылдарҙа егеттəребеҙ тағы ла нығыраҡ əҙерлəнеп килер, яңы еңеүҙəр яулар, тип ышанам.

Рəмзил Бəширов, иң алдан сабып килеп, финишҡа барып етергə 300 метр ҡалғас, саҡ ҡына ҡалышып, финалға икенсе килде, бар һөҙөмтəлəр уртаҡ балдарҙы ҡушҡандан һуң билдəле булды.
Беҙҙекелəрҙəн Рəмзил - 4 урын, ə Нурисламда 12-се урын. Көйөргəҙе, шулай итеп, ошо урынға тиклем менə алды. Беренселектə - Ҡариҙел районы.
Тулы материал иртәгә гәзиттә сыға.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас