Спорт
24 Июля 2021, 06:40

Балыҡсы даны һүнмәҫ

Данил Зиннәт улы аҙағына килә, башлыҡ үҙе булырмы икән тип, бер аҙ хафаланып, алан-йолан ҡаранып тора ине ойоштороусылар (эшеңде түрәләр күрһә, һәйбәт тә) - Юлай Ильясов килде. Әйтеүебеҙсә,быйыл Балыҡсылар ярышы шәп булды, кеше күп булды, шуғалырмы, йәнлерәк тә үтте. 

Балыҡсы даны һүнмәҫБалыҡсы даны һүнмәҫ
Балыҡсы даны һүнмәҫ

Атанан күргән – уҡ юнған, бөгөнгө ярыштағы иң бәләкәй балыҡсы – Илдар Ғәйнетдинов. Атаһы Рим генә был сихри шөғөл менән мауыҡмай, әсәһе Люция лә бында. Тотош ғаилә менән балыҡҡа барыу... йәшәү рәхәттәрен татый белгән кешеләргә һоҡланыуҙан башҡа һүҙ юҡ.

Спорт, физкультура, туризм, йәштәр комитетының элекке рәйесе Василий Иванович үҙе лә, балыҡ тиһәң, йығыла ла китә торған кеше, шуғамы икән, ҡартая белмәй, пенсияла булһа ла быуа буйында йөрөп ята

- Бабай, минең ҡармаҡты рәтләп ырғыт әле, - 7 йәшлек Илдар шулай тип бабайына өндәште.

В. Копылов, донъяла мин һаман бөтәһенә лә кәрәкмен тигәндәй, шатланып, елтләтә баҫып, малай янына килде. Бына шулайыраҡ була ул, улым, - ололар китһә лә, урынына йәштәр килә, тимәк, балыҡсы даны беҙҙә һүнмәҫ.

Тулыраҡ итеп материал гәзиттә сығыр. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас