

Шахматтар – эҙмә-эҙлекле логик фекер йөрөтөргә өйрәтеүсе мәктәп. Шахмат менән шөғөлләнеү фекерләүҙе тәртипкә һала, иғтибарлылыҡты үҫтерә, хәтерҙе нығыта. Шахматтың кеше психикаһына йоғонтоһо интеллектуаль функциялар менән генә сикләнмәй. Шахмат бәйгеһендә, ғәҙәттә, кешенең шәхесе тулыһынса асыла. Ҡалабыҙҙағы “Ҡыҙыл башлыҡ” балалар баҡсаһында ла шахмат түңәрәге уңышлы эшләп килә, сөнки биш йәштән шахмат уйнарға өйрәтеү тәжрибәһе һөҙөмтәле була. Шулай ҙа шахматта 30 минуттан артыҡ уйнарға кәңәш ителмәй, юҡһа балаларҙың ҡыҙыҡһыныуы юғалыуы ихтимал. Шуға күрә лә баҡсабыҙҙа төрлө уйын ысулдары менән үткәрелә был түңәрәк. Шулай уҡ шахмат түңәрәгенә балаларҙа ҡыҙыҡһыныу тойғоһо уятыу өсөн әкиәттәр, йомаҡтар, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар менән үрелеп алып барыла. Бигерәк тә тәүге дәрес ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтергә тейеш. Балалар шахматтағы фигураларҙы төшөрәләр, йәбештерәләр һ.б. Баҡсабыҙҙа күсерелеп йөрөтә торған магнитлы шахмат таҡтаһы бар, шулай уҡ тышта асфальтҡа ла шахмат таҡтаһы төшөрөп ҡуйҙыҡ.
Беҙ теләктәре булғандарҙың бөтәһен дә ошо мауыҡтырғыс донъяға саҡырабыҙ. Был мөхиттә бала үҙен бер юлы еңелмәҫ полководец та, конструктор ҙа, рәссам да итеп хис итә ала. Шахмат донъяһында бала ижад шатлыҡтарын тоя, изге һәм тоғро дуҫтар таба.
Дарья Любичева, Кумертау ҡалаһы