Спорт
30 Ноября 2021, 05:57

Балаң ҡайтмаһа, спортзалға бар

Яҡуп мәктәбенән балаларҙың һуңғы ваҡыт ҡайтҡыһы килмәй. Балаңды таба алмаһаң, уны спортзалдан эҙлә икән.

Балаң ҡайтмаһа, спортзалға барБалаң ҡайтмаһа, спортзалға бар
Балаң ҡайтмаһа, спортзалға бар

Бында яңы тренажерҙар ҡуйғандар. Бынау ауыр заманда ҡайҙан килгән бындай мөлкәт? Берҙән, яҡташтары бик шәп - Зиннур Исхаҡов алып ҡайтып ултыртҡан (әйткәндәй, уның турала материал бөгөн гәзиттә сыҡты, Ул Атҡаҙанған тигән исем алды): яңы иҙәндә (быйыл Самат Усман улы иҙәнен яңыртты) матур тренажерҙар булырға тейеш. Ә бынау бәләкәй матур ғына ҡыҙ бала ултырғанын йәнә бер кеше бүләк иткән - ул кем, был турала киләһе һанда. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас