Спорт
27 Февраль 2022, 06:10

Бил бирмәҫ БРГИ

Әле генә Ғафури районында Рәсәй Геройы Яҡупов Фәрвәт иҫтәлегенә милли көрәш буйынса ярыштар үтте.

Бил бирмәҫ БРГИБил бирмәҫ БРГИ
Бил бирмәҫ БРГИ

Был ярышта 3-сө БРГИ тәрбиәләнеүселәре лә ҡатнашты. Үҙ ауырлыҡ категорияларында Аюпов Илдар -3 -сө, Хөсәйенов Иҙрис -1- се урын алдылар. Иҙрис Башҡортостан йыйылма командаһына эләкте, ул республикабыҙҙың данын Рәсәй кимәлендә яҡлаясаҡ. Тренерҙары Әсхәт Шарипов, Әхәт Рафиков.

Афарин, егеттәр, билегеҙ ныҡ икән. Ә был ярыш буйынса тулыраҡ материал (Яҡуп ауылы батырҙарының да арҡаһы ерҙе күрмәгән) киләһе һанда баҫылыр. 

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас