Барыһына өҫтәп, йыл һайын уның иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса асыҡ турнир үткәрәләр. Бына быйыл да бөтә тирә-яҡтағы баһадирҙарҙы йыйҙы Яҡуп.
Мәртәбәле турнир ул, быйыл 14-сеһе. Көрәш ҡарау, үҙең көрәшмәһәң дә, күңелле күренеш, ҡыҙып китеп, майҙанға үҙең төшөп китер сиккә етеп тораһың. Шулай булғастын, билдәле, район етәкселеге, силсәүит, ҡоролтай, мәғариф та ситтә ҡала алманы.
Әле алыштың иң ҡыҙған мәле. Нисек тамамланды, кемдең арҡаһы ер күрмәне - киләһе һанда.