

Шулай уҡ ошо мәртәбәле сараны ойоштороуҙа ярҙам иткән “ЮжУрал-Ойл” холдинг компанияһының генераль директоры Зиннур Исхаҡовҡа, Яҡшымбәт ауылы биләмәһе башлығы Юнир Сынбулатовҡа, фермерҙар Булат Елинкинға, шәхси эшҡыуарҙар Рәсил Искәндәровҡа, Илшат Исламғоловҡа, Рим Бәшировҡа һәм балалар баҡсабыҙ, мәктәбебеҙ хеҙмәткәрҙәренә оло рәхмәттәремде белдерәм. Уларҙың эштәрендә уңыштар, ғаиләләрендә именлек теләйем, - тип Рәхмәт хаттары тапшырҙы Яҡуп мәктәбе директоры, сараны ойоштороусы Самат Усман улы.
Был бәйге тураһында тулыраҡ үткән һанда гәзиттә баҫылды.