Кисә тап Иҙрис беҙҙең райондың данын яҡларға тип Терра Башкирияға барҙы. Буян исемле толпары менән. Һай ҙа һай тип трибунанан ат өҫтөндәге ирҙе лә, аттың үҙен дә дәртләндереп торҙолар.
Бишенсе булып килгәндәр. Насар түгел. Иҙристе ҡотлап аҡса тотторғандар. Иң мөһиме - беҙ икенсе турға үттек. Йәрәбә һалыу аҙна башында була, шунан беләбеҙ инде, Буянға ҡасан тағы сабырға тура килер. Көтәбеҙ, янабыҙ, көйәбеҙ. Уңыштар теләйбеҙ.