Спорт
4 Август 2022, 09:06

"Ятып ҡалғансы, атып ҡал"

"Мәргән уҡсы" республика грантын отҡан (йәғни, аҡса биргәндәр). 

"Ятып ҡалғансы, атып ҡал""Ятып ҡалғансы, атып ҡал"
"Ятып ҡалғансы, атып ҡал"

Ошо грант талаптарына ярашлы, улар 9 ай эсендә 9 районда байҡап, семинарҙар үткәреп сығырға тейеш. Эште улар беҙҙең райондан башланы. Ситтән ҡарап торғанда ғына уҡтан атыу анһат кеүек, ысынында, бик ауыр, оҫталыҡ талап иткән һөнәр ул. Тура атам тип, ҡыйыш тейҙереүең бар. Ойошма етәксеһе Юлай Ғәлиуллин да беҙҙә, ул Яҡут ауылына 5 уҡ бүләк итте, был уҡтар сөйҙә генә эленеп тормаҫ тип ышанам тине ул, әйҙәгеҙ, халыҡты уҡтан атырға өйрәтәйек. Яҡут ауылында был эште (уҡтан атыуҙы), ышанып, Рәүеф Әбйәлиловҡа тапшырҙылар, булдырһаң, һин генә булдырырһың, Юлай әфәнде, бәлки, уҡтарын тағы ла кемгәлер бүләк итер, был турала иртәгә гәзиттә яҙыла.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас