Шуныһы бәхәсһеҙ: бик боронғо уйын ул - бильярд. Мауыҡтырғыс уйын.
Беҙ уны ябай ғына шөғөл һымаҡ күрәбеҙ, таяҡ менән дөрөҫ төртә белһәң, тишеккә шарҙы төшөрә алһаң - афарин. Юҡ шул. Бильярдтың әллә нисә төрлө уйындары бар.
Карамболь, Сибирка, Москвичка, Фишки, Алагёр, Шведка, Европейская, Ярославская, Кайса, Снукер...
Ермолаевола уның рус бильярды тигәнен үҙ иттеләр. Был уйын бик популяр булып китте (кем хәтерләй, элек бильярд өҫтәлдәре һәр клубта тора торғайны, фермалағы эштән һуң тәнде яҙырға бик килешә торғайны).
Бөгөн район үҙәгендә Рус бильярды буйынса асыҡ турнир бара. Егеттәрҙең иң оҫталары, иң ҡомарлылары йыйылған. Һәр төрткән шарығыҙ тишеккә эләкмәһә лә, уйын файҙалы булһын. Уңыштар!