Спорт
7 Ноября 2022, 10:56

Яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр...

Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Фәнит Насип улы Моратбаҡыев 3-сө БРГИ тренеры Әсхәт Әкрәм улы Шәриповҡа "Ал да нур сәс халҡыңа" миҙалын тапшырып үтте.

Яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр...Яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр...
Яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр...

- 23 йыл тренер булып эшләйем. Ошо эшемде баһалап, ҡоролтай исеменән миҙал алыуыма бик шатмын. Әлеге көрәшеп йөрөгән матаны ҡоролтай бүләк иткәйне беҙгә. Уның өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Шулай уҡ бағыусыларға көрәшкә йөрөгән егеттәрҙең атайҙары Марсель Ярышевҡа, Ғәлиәхмәт Кужаковҡа, көрәшсе егеттәр Өлфәт Кәримовҡа һәм Ильяс Түләгәновҡа рәхмәттәрем сикһеҙ. Әйткәндәй Өлфәт Кәримов ул 3-сө БРГИ сығарылыш уҡыусыһы, оҫта көрәшсе, ярыштарҙа бик күп еңеүҙәр яулай торғайны, әлеге ваҡытта ла күнекмәгә йөрөй, көрәште ҡалдырмай. Артабан йәш быуынды тәрбиәләп, донъя чемпиондары сығарырға яҙһын. Яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр килеп торһон, - тип һөйләне Әсхәт Әкрәм улы.

Материал тулыһынса гәзиттә баҫылды.

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас