Спорт
19 Ноябрь 2022, 07:50

Күңелле сара

Гимназиялағы бөгөнгө сара Стратегик сессия тип атала, исеменә ҡарағанда бик күңелле сараға оҡшамаған булһа ла, уны асыу тантанаһында булған һәр кем үҙен ҙур концертта ултырған кеүеҡ хис итте.

Күңелле сараКүңелле сара
Күңелле сара

Күңелле сараны, гимназияла быйылғы уҡыу йылында ғына, Йәмилә Рамаҙанова етәкселегендә үҙ эшен башлаған "Аҡбуҙат" балалар фольклер ансамбле сығышы тантаналы рәүештә асып ебәрҙе. Гимназия директоры үҙ сығышында, ансамблдең ҡыҫҡа ғына ваҡытта ошо тиклем матур, бай, эстәлекле номерҙар әҙерләп өлгөрөүен әйтмәй түҙә алманы. Балалар милли кейемдәрҙә йырҙар йырлап, дәртле бейеүҙәр бейеп, шиғырҙар һөйләп, әҙәбиәт биттәренән өҙөктәр сәхнәләштереп ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырҙы.

Автор:
Читайте нас