

Шулай итеп стратегик сессияның официаль өлөшө башланды. Ҡунаҡтар командаларға бүленешеп, үҙҙәренә ҡағылышлы түңәрәк өҫтәлдәргә йыйылды. Сессияны баш ҡаланан килгән, алып барыусы оҫталығы ташып торған, Максим Беляев дауам итте. Ул ҡунаҡтарға иркенләп ултырып, күңелле уйындарҙа ҡатнашып, белемдәре менән уртаҡлашып, аралашып ултырырға тәҡдим итте. Ҡунаҡтар бер ҙә тартынып торманы, әле балалар образына инеп, әле өлкәндәр булып иркенләп уйындарҙа әүҙем ҡатнаша ла башланылар.
Өлкәндәрҙең уйындары нисек үткән һәм нимә менән тамамланған киләһе һанда яҙылыр