Все новости
Спорт
29 Января 2023, 13:50

Ерҙә именлек булһын!

Йорт-илебеҙ тыныс булһын! 

Ерҙә именлек булһын!
Ерҙә именлек булһын!

Көрәштә еңделәр:

Бер - 1 - се урын.
Ике - 2 - се урын.
Өс - 3 - сө урын.

28 ғинуар Мәләүез ҡалаһында Кинйә Арыҫланов һәм Украинала барған махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә арналған көрәш буйынса VII асыҡ республика турниры үтте.Турнирҙа республиканың район-ҡалаларынан 16 команда ҡатнашты. Был командалар араһында беҙҙең гимназия көрәшселәре лә көс һынашты һәм матур һөҙөмтәләргә иреште.Үҙ ауырлыҡ категорияларында Әйүпов Илдар -1, Аҙнабаев Әсфән, Мусин Алмаз -2, Твердохлебов Данил, Хөсәйенов Иҙрис, Бикмөхәмәтов Айсыуаҡ -3 урын яуланылар. Беҙҙең гимназияны тамамлаған уҡыусы, көрәшсе егетебеҙ, күп тапҡыр Башҡортостан, Рәсәй чемпионы һәм бөтә донъя чемпионаты призёры, әлеге мәлдә Ишембай ҡалаһының нефть колледжы студенты, Хәйбулла районы егете Торошов Ғәли үҙендә шөғөлләнгән егеттәрҙе лә ярышҡа алып килгәйне. Был сараны ойоштороусыларға, тренерҙарға рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Көрәшсе егеттәребеҙгә, уҡыусыбыҙ Ғәлигә, уның тәрбиәләнеүселәренә лә киләсәктә гел уңыштар йылмайһын! Йорт-илебеҙ тыныс, ерҙә именлек булһын!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: