Все новости
Спорт
11 Августа 2023, 17:35

Сәмле егет

Искәндәр Шәрәфүтдиновҡа “Иң яҡшы уйынсы” тигән кубок тапшырғандар.

Сәмле егет
Сәмле егет

Искәндәр Шәрәфүтдинов бик сәмле егет. Уға ни бары 5 йәш кенә булһа ла, ул алдына ҡуйған маҡсаттарына ирешмәй ҡуймай. Тырыш малай ҡалалағы “Талант” балалар футбол мәктәбенә йөрөй. Йыш ҡына Өфө, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларында үтә уларҙың ярыштары. Ошо көндәрҙә сираттағыһы булған. Искәндәр был бәйгенән үтә лә ныҡ ҡанатланып ҡайтҡан, уға “Иң яҡшы уйынсы” тигән кубок тапшырғандар. Әллә нисә кеше араһында иң яҡшы уйнаусы Искәндәр булған, ҡотлайбыҙ!
Айгөл ХАЛИҠОВА
Материал тулы килеш гәзиттә баҫылды.

Автор:
Читайте нас: