Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Апрель , 20:19

Хоккейҙы ҡыҙҙар ҙа ярата

Кисә Күмертау ҡыҙы торт бешергән

Хоккейҙы ҡыҙҙар ҙа ярата
Хоккейҙы ҡыҙҙар ҙа ярата

Айһылыу Ғабдуллина аш-һыуға ныҡ оҫта бала, ә кисәге торты бигерәк тәмле лә, матур ҙа килеп сыҡҡан. Нимәлер бешергәндә, аҙыҡтың нисек бешеп сығыры хужабикәнең кәйефенән дә тора тиҙәр, кисә Айһылыуҙың кәйефе бик күтәренке булған - яратҡан командаһы, ул барыбер еңелә Локомотивтан тиһәләр ҙә, Ярославль егеттәрен еңде! Иҫәп ниндәй булды тип һорамағыҙ, тортҡа ҡарағыҙ.
Афарин, Айһылыу, киләсәктә лә ошондай матур, тәмле торттар бешереп, яҡындарыңды ҡыуандырырға булһын. Тағы ла бер теләк: сезон бөткәнсе бешергән торттарыңдағы һандарҙың тәүгеһе арттараҡ килгәненән гел күберәк булһын.

Автор:
Читайте нас: