Әле Күмертауҙа милли көрәш буйынса республика асыҡ турниры бара. Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы мөхтәсибәте тарафынан үткәрелгән был сара мөфтөй - мәғрифәтсе Ризаитдин Фәхретдин иҫтәлегенә арнап үткәрелә.
Турнирға Хәйбулла, Баймаҡ, Йылайыр, Мәләүез, Стәрлебаш, Бөрйән, Әлшәй, Көйөргәҙе райондарынан, шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалалары көрәшселәре йыйылды. Ярыштарҙың географияһы киңлеге уның әһәмиәтен һәм абруйын күрһәтә.
Сара башында Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы имам-мөхтәсибе, ахун Айнур Ҡәҙимов барыһын да сәләмләне, ойоштороусыларға Рәхмәт хаттары һәм йыл да бер тренерға бүләк ителә торған велосипедты тапшырҙы. Ул спорт өлкәһендә ҙур эштәр башҡарған, РПЛИ тренеры Кәрим Ғөбәйҙуллинға эләкте. Кәрим Ғәйнетдин улын ҡотлайбыҙ! Ә барлыҡ егеттәргә лә бил бирмәҫ көрәштә уңыштар теләйбеҙ.
Был хаҡта тулыраҡ киләһе һанда.