Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
3 Июля 2018, 12:54

ӨС ЕРҘӘН УРҒЫЛА

1 июлдә Бөтә донъя һыу көнө билдәләнә. Ошоға бәйле Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл ағинәйҙәре менән бергәләп Ҡарағайлыҡ шишмәһен таҙартты, уның тирә-яғын йыйыштырҙы, шишмә эргәһен таш менән уратты.

1 июлдә Бөтә донъя һыу көнө билдәләнә. Ошоға бәйле Яҡут ауылы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ауыл ағинәйҙәре менән бергәләп Ҡарағайлыҡ шишмәһен таҙартты, уның тирә-яғын йыйыштырҙы, шишмә эргәһен таш менән уратты. Һуңғы ваҡытта шишмә батҡаҡ менән тығылып, һыуы ныҡ ҡына кәмегәйне. Таҙартҡандан һуң уның өс ерҙән урғылып ағып китеүе барыбыҙҙы ла һөйөндөрҙө! Ҡарағайлыҡтың йомшаҡ һыуын яланда эшләүсе ялан батырҙары – механизаторҙар, көтөүселәр, Яҡшымбәт, Яҡут арауығынан юлсылар гел туҡтап эсеп, шунда ял итеп китә. Әле тағы ла юлсыларға ял итергә ултырғыстар, өҫтәл яһап ҡуйырға ла уйлаштыҡ. Ауылдаштар изге эш башҡарҙы, ҙур рәхмәт барыһына ла!

Рәмзиә ӘБЙӘЛИЛОВА

Яҡут ауылы

Рәүеф ӘБЙӘЛИЛОВ

фотоһы

Читайте нас: