Кеше, һәр йән эйәһе үҙенән һуң нәҫелен ҡалдырырға тырыша. Шулай булмаһа, Ер шарында һиллек хөкөм һөрөр ине. «Тере тәбиғәт» телетапшырыуынан ҡоштар, хайуандар, һыу аҫты донъяһын ҡарарға яратам. Янған, һыу баҫҡан, тапалған, үлтергәндәр, бәрелешкән, шартлаған, сәлдергәндәр, урлап сит илгә ҡасҡандарҙы ҡарап, йән биҙрәнелде, социализм, коммунизмда йәшәп, капитализм дәүерендә күңелде ҡандырырлыҡ, кәйефте күтәрерлек тапшырыуҙар юҡ дәрәжәһендә хәҙерге телеканалдарҙа.
Бала саҡтан башлайым әле. Иртән ҡояш йылмайып ҡаршы ала, сыйырсыҡтар сырҡылдаша, кәкүк саҡыра, һандуғастар һайрай, әтәстәр ҡысҡыра. Ишек алдында сепейҙәрен эйәрткән тауыҡ, ҡанаттарын ҡабартып, ҡурҡыныс була ҡалһа, осоп-ҡунырға әҙерләнеп, сепейҙәренә соҡоноп ем эҙләй. Башын тегеләй-былай борғолап, һауалағы дошманын — ҡоҙғондо ла күҙәтә. Бала ҡәҙерле (кешеме ни ул сүплеккә ырғытып китергә). Кешене, тауыҡ баш, тип әрләгән булалар. Шулай үҫтереп, үҙаллы йәшәрлек булғас, баштарынан суҡып айыра. Ҡайһы берәүҙәр һымаҡ әсә елкәһендә ятырҙар, әтеү. Ә инә ҡаҙҙың сепейҙәрен эйәртеп сығыуын көтөп алған ата ҡаҙҙың тыпылдатып бейегәнен күргәнегеҙ юҡтыр шул. Атай кеше лә инде. Балаларын эйәртеп, юл башлап, йылғаға йөҙөргә өйрәтергә алып китә (бер ҙә магазинға йүгермәй). Тирәк башында сыйырсыҡтар оя ҡорорға суҡыштары менән һалам, балсыҡ ташый, ниндәй ҙә ныҡ итеп төҙөй ояһын. Ҡайһы бер әҙәмдәрҙе «кәкүк атай» тигән булалар. Уларҙың да бер сере — ғилләһе бар икән дә. 20 көнгә бер күкәй һала икән. Ә нәҫелде дауам итергә кәрәк. Шуға башҡа ҡоштарҙың ояһына һалып китә — сараһын таба белгән. Йорт ҡоштары бала сығарып мәтәшмәй хәҙер. Кешенән ҡалышырға ни, патронат сепейҙәр әҙер. Күкәй һалып биргәс тә етәр. Һуңғы йылдарҙа ер ябып йөрөгән турғайҙар, күгәрсендәр юҡ дәрәжәһендә. Йорт баштарында ябырылып ултырырҙар ине. Балкондарҙа бала сығарып аптыраттылар. Яланда, урманда ниндәй генә ҡоштар һайрашмай ине. Сәскәнән-сәскәгә ҡунған бал ҡорттары, иңкештәр! Иңкеш балын табып ашай торғайныҡ. Бер күрәҙәсенең әйткәне: бал ҡорттары бөтһә, кешелек тә бөтә. Ер йөҙөндә 359 төрлө ҡош бар икән. Хәҙер ҡоштарҙы телевизорҙан ғына ҡарайбыҙ инде: ике аҡҡош күл ситендә бик матурлап оя яһанылар. Һыу ташып, оялары зым-зая килде. Ҡабаттан оя яһап, бала сығарып, парлашып йөҙөп йөрөнөләр.
Хайуандар донъяһы ла бик мәрәкә генә. Көңгөрә («бер нәмә лә аңламайым» тигән һүҙ икән) ике тояғында ғына һикереп, балаларын эсендәге «сәңгелдәгендә» йөрөтә. Ғәләмәт инде, балаһы керә лә ята, шунан асып ҡарай — шаяра.
Бүреләр, балаларын ас итмәҫ өсөн, нимәләр генә күрмәй. Көтөүсе ярты көтөү һарыҡты быуған бүренән үсен ала: балаларын табып, тоҡҡа һалып, ағас башына элеп китә. Инә, ата бүреләр еҫенән табып, ырғып ҡарайҙар, әммә үтә бейек. Ата бүре китә, инә бүре шул ултырған көйө астан үлә. Балаларын нисек ташлап китһен. Ә арыҫландар табыштары артынан ҡыуғанда машина менән ҡыуып етерлек түгел. Тәбиғәт законы шулайҙыр: берәү үлмәй, икенсеһе терелмәй. Йәшәү өсөн көрәш. Диңгеҙ, океан төптәрендәге тормош үҙе бер мөғжизә, иҫ киткес. Ул үҫемлектәр донъяһын, балыҡтарҙы, әйтерһең, рәссамдар буяп сыҡҡан, ниндәйҙәре генә юҡ. Кинәнеп ҡарайһың. Тик пластик шешәләрҙең утрау булып йөҙөп йөрөүе. Балыҡтарҙың ашҡаҙанында пластик шешәләрҙең ярсыҡтары булыуына иҫең-аҡылың китә. Һәр йән эйәһе бергә төйәкләшеп үҙ биләмәһендә көн күрә, сит-ятты индермәү өсөн низағлашалар. Әммә кеше кеүек бер-береһен үлтермәйҙәр. Ас бер-береһенә хас, тиҙәр. Хәҙер байлыҡҡа хас, кеше үлтереү ни — себен үлтереү ни. Етмәһә, серегән байҙары власҡа ынтыла. Тәбиғәт ярлылана, йылға-күлдәр ҡорой, ат йөҙҙөргән йылғалар тауыҡ кисеп сығырлыҡ. Тәбиғәт менән кеше күңеле лә ярлылана, кеше күңеле ҡата бара. Элек кешене яман, ҡурҡыныс хәбәрҙән һаҡлағандар. Социализм дәүерендә Иваново өлкәһендә хәтәр ҡойон-торнадо була. Автобустарҙы күтәреп бәрә, тимер юлдарҙы эшлектән сығара, ә халыҡҡа был турала әшкәртәмәнеләр. Хәҙер ни телевизорҙы асыу менән, кешене тетрәндерерлек хәтәр хәбәрҙәр — Кемерево өлкәһендәге фажиғә, мәҫәлән — һөйләйҙәр, күрһәтәләр. Ололар әйтмешләй, хәүефләнеп ҡайғырып өлгөрөп булмай — береһенән-береһе яман хәбәрҙәр. Элек тәбиғәттән килгән ҡаза булһа, хәҙер кеше уны үҙ ҡулы менән эшләй. Элеккеләр әйткән: заман ахырын кеше үҙе тиҙләтер, тип. Ошо мәҡәләне яҙып ултырғанда Алтайҙа һыу баҫҡанын күрһәттеләр. Тәбиғәте лә кешене аямай... Ололар, тәбиғәт ҡартая, тип һөйләй торғайны, ахырыһы дөрөҫтөр. Кеше! Үҙ ғүмерендә нимә генә күрмәй.