Район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы, төрлө предприятие һәм ойошма вәкилдәренән торған хеҙмәт десанты Аҡһары, Иҫке Отрада, Ермолаево ауылдары янындағы һыу ятҡылыҡтары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Был көндө бик күп территориялар төрлө сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтарынан азат ителде. Шуныһы ҡыуаныслы: акцияға яр буйҙарында ял итеп ятыусы ҡала халҡы ла дәртләнеп ҡушылды. Акцияла ҡатнашыусылар шунда уҡ күҙгә ташланып торған үҙҙәренең эш һөҙөмтәлерен күреп шатланды.