Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Августа 2018, 11:30

ШАРЛАТМАНЫ ЙӘНӘ АУЫҘЛЫҠЛАНЫЛАР

Ҡотлоюл ауылына ситтән килгән кешеләр, ҡунаҡтар һәр саҡ уның матурлығына һоҡланмай ҡалмай торғайны. Ауылығыҙ бигерәк матур урында, томбойоҡло Оло Көйөргәҙе буйында ултыра, атай-бабайҙарығыҙ һайлай белгән инде урынды, ти торғайны улар.

Ҡотлоюл ауылына ситтән килгән кешеләр, ҡунаҡтар һәр саҡ уның матурлығына һоҡланмай ҡалмай торғайны. Ауылығыҙ бигерәк матур урында, томбойоҡло Оло Көйөргәҙе буйында ултыра, атай-бабайҙарығыҙ һайлай белгән инде урынды, ти торғайны улар.


Ысынлап та, башҡорт ауылдарын йылға, күлһеҙ күҙ алдына ла килтереп булмай. Ҡотлоюлдар ҙа заманында районыбыҙға исем биреүсе йылға буйын йәнтөйәге иткән. Тик һуңғы бер нисә тиҫтә йылда Оло Көйөргәҙе, Ҡотлоюл ауылы янынан аҡҡан үҙәнен ташлап, үҙенә яңы юл ярҙы. Халыҡ ул яңы үҙәнде Шарлатма тип йөрөтә. Ошоноң арҡаһында ҡойоларҙа һыу бөтә. Ололар бынан 20-25 йыл элек үк, Шарлатма йылғаға килеп етһә, һыуһыҙ ҡаласаҡбыҙ, тип борсолоу белдерә ине. Уларҙың һүҙе раҫҡа сыҡты: Шарлатма үткән ерҙәрҙә йылға үҙәне ашалып, ныҡ тәрәнәйгәс, һыу шул яҡҡа тартылды. Ауыл яғына һыу килеүе бөтөнләй кәмене. Унан ҡоро үҙән генә тигәндәй тороп ҡалды. Яҡшымбәт ауыл хакимиәте етәкселеге, ҡотлоюлдар бер нисә йыл рәттән йылғаны яңы үҙәненә тоташҡан еренән быуып, ауыл яғына бороп ҡараны. Тик яҙғы ташҡын уны йырып ала ла китә, кешеләрҙең бар хеҙмәтен юҡҡа сығара, үҙһүҙле йылға тағы ла ауылдан алыҫлаша.

Ҡотлоюл ауылы старостаһы Дамир Ибраһимовтан:

– Йылғаны кире йырылмаҫлыҡ итеп быуып булмаймы ни? – тип һорайбыҙ.

– Тәбиғәткә ҡаршы барып булмайҙыр ул. Шарлатма беҙ уйлағандан күпкә ҡеүәтлерәк булып сыҡты. Беҙгә хәҙер халыҡты һыу менән тәьмин итеү өсөн, йылға йәйен ныҡлап тартылғас ҡына, уны быуырға тура килә. Башҡаса сараһы юҡ, – ти.

Быйыл да Яҡшымбәт ауыл хакимиәте етәкселегендә йылға быуылып, элекке үҙәненә йүнәлтелде. Был эште башҡарыуҙа ауыл советына һатып алынған «Беларус»та Миңнулла Вәлитов, үҙ техникалары менән Маяҡ ауылынан Александр Шубин, фермерҙар Рауил Бикмаев, Фәнис Рафиҡов, Әмерхан Искәндәров ҡатнашты.

– Ырымбур өлкәһендәге күрше ауылдан, Түбәнге Гөмбәттән, Попов исемендәге совхоз директоры Александр Васильевич Уваров тейәгесле К-700 тракторы менән ярҙам итте. Былтыр ҙа йылғаны быуырға техника бүлгәйне. Бының өсөн уға айырыуса рәхмәтлебеҙ. Изге эштә ҡатнашҡан барлыҡ ир-егеттәребеҙгә лә рәхмәт әйтәм. Шарлатманы быуыу бер ауыл хакимиәтенең генә ҡулынан килә торған эш түгел. Бының өсөн район Хакимиәте исеменән Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығына, Башҡортостан Хөкүмәтенә сығырға уйлайбыҙ. Сөнки уны ныҡлап быуам тиһәң, кеҫә яғы таҡыр. Ә йылға йыл да үҙәнен ташлаған һайын, Ҡотлоюлдағы ер аҫтының эсәр һыуҙары кәмей, ул төпкә төшә, шул арҡала яңы проблема барлыҡҡа килә. Һыуһыҙлыҡ тирә-яҡ тәбиғәткә лә кире йоғонто яһамай ҡалмай, – ти Юнир Ирек улы.
Читайте нас: