Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
14 Сентября 2018, 12:24

«МОЛОЧНЫЙ»ҒА ЙӘМ КЕРҘЕ

Шатлығыбыҙҙы «Юшатыр» гәзите аша белдермәйенсә, бер ҙә генә булдыра алмайым.

Шатлығыбыҙҙы «Юшатыр» гәзите аша белдермәйенсә, бер ҙә генә булдыра алмайым.


Яңыраҡ улым, тормош иптәшем менән көтөүлек яҡтарын ҡарап ҡайтайыҡ әле, тип сыҡтыҡ. Тормош иптәшем Әнүәр Мырҙағолов 43 йыл буйы һауын бригадиры һәм һөтсөлөк мөдире булып эшләгән йылдарын һағынып иҫкә төшөрөп, элекке «Мораптал» совхозының йәйге ваҡыттағы һауын ерҙәрен ҡарап китергә булды. Унда ағып сығып ятҡан шишмәнең һыуынан ҡойо эшләп, ул саҡтарҙа шунда һөт һыуыта торғайнылар. Шул шишмә күптән таҙаланмаған, һаҙлыҡҡа әйләнеп киткән. Әлеге көндә был урында фермер Сергей Лобанов таналар көтә. Бында көтөүселәр өсөн бәләкәй генә йорт та төҙөп ҡуйғандар. Мин үҙем дә ғүмер буйы ошонда һауынсы булып эшләнем. Үҙебеҙҙең йәш саҡтағы эш урынындағы шишмәнең шундай хәлдә булыуын күреп, бик кәйефебеҙ бөтөп ҡайттыҡ. Әнүәр ҙә: «Эй, шишмә вис бөткән икән, ҡараусыһы ла юҡ хәҙер», - тип ныҡ ҡайғырғайны. Ауылыбыҙ депутаты Сергей Лобанов ошо турала ишетеп ҡалған да, шунда уҡ үҙенең эшселәрен алып килеп, шишмә башын трактор менән таҙарттырып, ҡойоһон да яңыртып ҡуйғандар. Юлын таҙартҡас, шишмә, хатта, фонтан һымаҡ атып ебәрҙе, тип ҡыуанып һөйләйҙәр эшселәр. Сергей Николаевич эшселәрен эшләтә лә белә, шул уҡ ваҡытта уларҙы яҡшы итеп ҡарай ҙа. Был юлы ла шишмәне таҙартҡан хеҙмәткәрҙәрҙе самауырҙар ҡуйып сәй эсереп, һыйлаған.

Шишмәне таҙартыуҙы ойошторған депутатыбыҙ Сергей Лобановҡа, эшселәр Максим Дмитиенко, Александр һәм Евгений Садровтарға, Андрей Андрееевҡа, Рамаҙан Ҡотошовҡа оло рәхмәт әйтәбеҙ.

Әнүәр ҙә, минең кеүек элекке һауынсылар ҙа ошо изге эш башҡарылғаны өсөн ҡыуанып та бөтә алмай. Үҙебеҙ ғүмер буйы тиерлек ошо ерҙә эшләгәс, был урын беҙгә бик ҡәҙерле. Элекке «молочный»ға йәм керҙе, тип шатланабыҙ. Ҡасандыр бында 18 һауынсы эшләй торғайныҡ. Көн дә трактор менән йәки йәйәүләп иртәле-кисле һыйыр һауырға килә инек ошонда. Ул заманда хәҙерге кеүек кеҫә телефоны юҡ. Ҡайһы саҡ һөт ташыған машинабыҙ батып ултыра. Уны трактор менән һөйрәтеп саҡ сығарып алалар. Үҙебеҙ йәйәүләп арып ҡайтабыҙ. Ҡайтаһың да өйҙәге малды, бала-сағаны ҡарар кәрәк. Бәләкәй генә балаларыбыҙҙы ҡалдырып шулай итеп эшкә йөрөнөк. Шул хеҙмәтебеҙ өсөн 75 һум эш хаҡы ала торғайныҡ. Шундай ауырлыҡтар күреп эшләһәк тә, беҙҙең кеүек ауыл хужалығында бил бөккәндәрҙең, һауынсыларҙың пенсияһы бигерәк бәләкәй шул, тип бер аҙ хәтирәләргә бирелеп, уйланып та киттем, буғай...
Читайте нас: