Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
18 Сентября 2018, 13:38

ДОНЪЯЛАР ТАҘАРЫП ҠАЛДЫ

Үткән аҙнала бар ерҙә лә төрлө экологик өмәләр уҙҙы.

Үткән аҙнала бар ерҙә лә төрлө экологик өмәләр уҙҙы.


Был көндө район хакимиәте белгестәре ҡулдарына көрәктәр, һеперткеләр һәм башҡа ҡоралдар тотоп «Булдырабыҙ!» тип аталған экологик акция сиктәрендә хакимиәт бинаһы эргәһен ялт иттереп ҡуйҙы. Район мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре лә был эштән ситтә ҡалманы. Улар Ермолаевоның «Дуҫлыҡ» паркын һәм Һабантуй майҙанындағы автомобилдәр ҡуйыу территорияһын сүп-сарҙан таҙартты.

Ҡала халҡы «Таҙа уйындар» экологик квестына йыйылды. Был «сүп-сар менән көрәш уйынында» иң әүҙем 314 күмертауҙарҙан торған 82 команда ҡатнашты. Проекттың төп идеяһы — уйын формаһында төрлө йәштәге халыҡты сүп-сар йыйырға ғына түгел, ә уларҙы дөрөҫ итеп сорттарға айырырға өйрәтеү ине. Шулай итеп, был көндө Күмертауҙа 2 382 тоҡ сүп-сар йыйылған. Уның 984-е — пластик әйберҙәр, 520-һе — ҡатнаш ҡалдыҡтар, 632-һе — быяла, 77-һе — батарейкалар, 55-е — покрышкалар, 246 тоғо — тимер-томор. Еңеүсе командаларға бүләктәр тапшырылды.
Читайте нас: