Зәк-Ишмәт ауылының бар халҡы тиерлек дәррәү йыйылып, Ғәфүр шишмәһе буйына экологик өмәгә сыҡтыҡ. Ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары, клуб менән китапхана хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән бергә тырышып эшләп, ике трактор арбаһы сүп-сар йыйып ташланыҡ. Был экологик өмәнең иң уртаһында ауыл советы хакимиәте башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов булды. Ул үҙенең тракторын килтереп, халыҡты ойоштороп ҡына ҡалманы, үҙе лә ең һыҙғанып беҙҙең менән ҡуша эшләне. Шундай изге эш ойошторғаны өсөн Илшат Мәдиф улына оло рәхмәт әйтке килә.
Өмәнән һуң күмәкләшеп самауыр сәйҙәре эстек һәм Көйөргәҙе йылғаһы буйына башҡаса сүп ташламаһындар, тип халыҡҡа аңлатыу эше алып барырға кәңәшләштек. Шулай уҡ ауыл паркы биләмәһен ағинәйҙәр, ҡатын-ҡыҙҙар советы, мәктәп, балалар баҡсаһы һәм клубҡа бүлеп алып, һәр беребеҙ үҙенең территорияһын ҡарап, матурлап, таҙалап торһон тигән бер фекергә килдек. «Күмәкләгән яу ҡайтарған», - тип халыҡ бушҡа әйтмәгән. Шулай итеп бергәләшеп ауылыбыҙ тирә-яғын төрлө сүп-сарҙан таҙартып ҡуйҙыҡ. Был эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ.