Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
5 Февраля 2019, 12:58

ҠОШТАРҒА – АШХАНА

Ҡалабыҙҙың 8-се "Айгөл" балалар баҡсаһының кескәйҙәр һәм уртансы төркөмдәр тәрбиәселәре Илмира Батыршина менән Гөлнара Ғөбәйҙуллина, ата-әсәләр менән бергә ҡоштарға тағараҡтар эшләне.

Ҡалабыҙҙың 8-се "Айгөл" балалар баҡсаһының кескәйҙәр һәм уртансы төркөмдәр тәрбиәселәре Илмира Батыршина менән Гөлнара Ғөбәйҙуллина, ата-әсәләр менән бергә ҡоштарға тағараҡтар эшләне.

Ҡанатлы дуҫтарға ярҙам йөҙөнән эшләнгән берҙәм эште улар балалар менән ағастарға элеп тә ҡуйҙылар. Ҡоштарға емдәр һалғанда кескәйҙәр нисек шатланғанын күрһәгеҙ, бер ҡошсоҡтар икенселәренең тамағын ҡайғыртты, ҡанатлы матурҡайҙарға аҙ булһа ла ярҙам итә алғандарына ҡыуанды балалар. Бәләкәй тиһәң дә, эшкә эшкингән балалар инде улар, мәрхәмәттең дә нимә икәнен яҡшы аңлайҙар.

- Ҡышын ҡоштар һыуыҡтан түгел, аслыҡтан ҡурҡа. Шуға күрә ата-әсәләр менән бергә тағараҡтар эшләргә булдыҡ. Беҙ ҡоштарға ҡышын ярҙам итһәк, улар беҙҙе йәйен ҡарар, тип тағараҡтар эшләшкән ата-әсәләребеҙгә ҙур рәхмәт. Тағараҡтарҙы элеп ҡуйғас, кескәйҙәр ҡоштарҙы күҙәтеү һөҙөмтәһендә беҙҙең ҡалала ниндәй ҡоштар ҡышлауын белделәр. Бер тағараҡта бер нисә төр ҡоштар йыйыла алыуын да ҡыҙыҡһынып ҡаранылар, - ти тәрбиәсе апайҙары Илмира Шамил ҡыҙы менән Гөлнара Миңнулла ҡыҙы.
Читайте нас: