Балалар бигерәк тә «Тағараҡ» операцияһында теләп ҡатнаша. Улар ата-әсәләре, олатай, өләсәйҙәре менән бергәләп тағараҡтар эшләп, уларҙы Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркындағы ағастарға элә, унда ҡоштар өсөн аҙыҡ һала. Ҡышҡы һыуыҡтарҙа йәш натуралистарыбыҙ бына шулай итеп әллә күпме ҡоштарҙы аслыҡтан, үлемдән ҡотҡарып ҡала.