26 мартта Ермолаевола Көйөргәҙе районының ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеге комиссияһы ҡотҡарыу хеҙмәтенең 2019 йылғы һыу ташыуға әҙерлеге буйынса смотр үткәрҙе.
Бында 11 ҡотҡарыу хеҙмәтенең 12 техникаһы һәм 43 кеше йәлеп ителгән ине. Белгестәрҙең һәм техниканың әҙерлеген район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Нәүғәт Хисмәтуллин тикшерҙе. «Яҙғы һыу ташыуҙа ихтимал хәүефкә барлыҡ ҡотҡарыу хеҙмәткәрҙәре лә әҙер. Ташҡын — стихиялы тәбиғәт күренеше. Шуға күрә, берәй хәл була ҡалһа, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торорға кәрәк», - тине Нәүғәт Кәлимулла улы.
Мобилизация әҙерлеге буйынса әйҙәүсе белгес Алексей Фадеев белдереүенсә, әлеге көндә комиссия ағзалары йылға-быуаларҙы, һыу һаҡлағыстарҙы тикшереү эштәре менән мәшғүл. «Юлдар таҙартылды, әҙер. Әлегә бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай», - ти ул.
Быйылғы яҙ матур килер, ташҡын көслө булмаҫ һәм был осорҙо бер ниндәй хәүеф-хәтәрһеҙ, юғалтыуҙарһыҙ ғына үткәреп ебәрербеҙ, тип ышанайыҡ.