Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
17 Сентября 2019, 14:52

Кəртəлəп тə ҡуйырҙар

Яҡуттар үҙҙәренең ауылы өсөн янып йәшәйҙәр, һәр ерҙә лә әүҙемдәр. Үткән аҙнаны ла бушҡа үткәрмәгәндәр “Ҡарағайлыҡ” шишмәһен уратыр өсөн бағаналар ултыртып сыҡҡандар.

- Шишмәбеҙ көтөүлек тирәһендә урынлашҡан, шуға мал тапай. Был эште былтыр уҡ ағинәйҙәр менән башлап ебәргәйнек, Аллаға шөкөр быйыл дәртле өс егетебеҙ: Рәмил Заһитов, Фәнил Исламғолов, Ринат Ҡәҙерғоловтар был эште күтәреп алдылар. Уларға ярҙам итергә Рәүеф Әбйәлилов, Фәнис Рахманғолов, Шәфҡәт Ялсыҡаев, Таһир Ҡәҙерғоловтар ҙа ҡушылды. Әле улар шишмәнең тирә-яғын таҙартып, бағаналар ултырттылар. Беҙ ағинәйҙәр менән уларҙы ағартып ҡуйырға уйлайбыҙ. Эште оҙаҡҡа ҡалдырмай ғына кәртәләп бөтөп, эргәһенә сәй эсеп ял итеп ултырыр өсөн беседка ла яһап ҡуймаҡсы ауылыбыҙ батырҙары, - ти ауылдаштары хаҡында, ҡыуанып, Рәмзиә Әбйәлилова.


Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: