Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
20 Сентября 2019, 17:30

Урманды бергəлəп һаҡлайыҡ

Хәҙер Башҡортостан халҡы урманды рөхсәтһеҙ киҫеүҙәре хаҡындағы факттарҙы интерактив картаға индерә ала. Башҡортостан Республикаһының Урман министрлығы һәм Информатизация буйынса дәүләт комитеты тарафынан Урмансылыҡ өлкәһендәге закон боҙоуҙарҙың мониторинг картаһы әҙерләнелә.

Әгәр берәй ерҙә урман ҡырҡыуға шаһит булһағыҙ, һеҙ был турала фотоға төшөрөп, урынын, йәғни координаттарын күрһәтеп мониторинг картаһына ебәрә алаһығыҙ. Ә белгестәр һеҙҙең сигнал буйынса ул урынға барып, фактты тикшереп, тейешле сара күрәсәк.

Йыһандан Ер юлдаштары менән күҙәтеү арҡаһында Башҡортостанда урмандарҙы законһыҙ киҫеү былтыр 30 %-ҡа кәмегән. Шундай алым ярҙамында иң күп закон боҙоуҙар Баймаҡ һәм Белорет урмансылыҡтарында икәнлеге асыҡланған. Уларҙа 1600 кубометр урманды 16 осраҡта рөхсәтһеҙ ҡырҡҡандар. Ә быйыл ете урмансылыҡ биләмәһендә 70 тапҡыр закон боҙоу теркәлгән. Ерҙең йәшел биҙәген һаҡлауға битараф булмаған һәр кем интерактив карта аша был изге эштә ҡатнаша ала.

Т. ЮЛАМАНОВ
Читайте нас: