Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
30 Мая 2020, 18:00

Һағыш түгел һары сәскәләр...

Һары гөлдәр һағыш гөлө тиҙәр,Бүләк итмә тиҙәр дуҫтарға...

Һары гөлдәр һағыш гөлө тиҙәр,
Бүләк итмә тиҙәр дуҫтарға,
Һары гөлдәр бирмә, ғазаплама,
Һалма тиҙәр ялҡын - уттарға.
Һары гөлдәр ниңә һағыш булһын,
Кемдәр күргән төҫөн һағыштың,
Ашығыуҙар һәләкәткә илтә,
Хөкөм илтмә кеше яҙмышын.
Ер әсәбеҙ йәшел хәтфәһенә
Түшәй бәпембәле балаҫын.
Яҡты ҡояш һары нурын сәсә,
Мул игенен бирә, ҡаласын.
Һары йомарт алтын көҙҙәр етһә,
Күңел тула, ҡура, буралар.
Һары гөлдәр моңһоу көҙҙө биҙәй,
Һары һағыш тигән булалар.
Рәнйетмәйек дуҫтар сәскәләрҙе,
Һарымы ул, зәңгәр, ҡарамы?
Киләсәккә яҡты өмөт булһын,
Тик булмаһын йөрәк яралы.
Замира БИКБУЛАТОВА
Күмертау ҡалаһы
Читайте нас: