Байрам музыкаһыҙ булмай, күптәр ҡырға машина менән бара торған, шундағы магнитоланы ебәрә лә ҡуя, бөтөн тирәне көслө бастар тултыра, бер-берең менән һөйләшергә лә форсат юҡ, ҡолаҡтар ярылып килә. Матур итеп ял итеп ҡайтам тип барған кеше, өйөнә башы ауыртып ҡайта. Гармун - башҡа тема, уның тауышы тәбиғи, ағастар, үләндәр, хатта аяҡ аҫтында йөрөгән бөжәктәр менән бер тауышҡа йырлай төҫлө, гармонияны боҙмай. Кем, йыбанмай, яланға гармун күтәреп йөрөһөн хәҙер тимәгеҙ, Ялсыҡайҙан Рәлиф Вахитовтың ғаиләһе шулай ял итә. Йәмле тыуған ил, мул табын, туғандар һәм гармун... Артығы кәрәкмәй, ошо бәхеттән айырмаһын.