Практа апрелдә генә ремонт эштәре башланғайны, әле ул бөткән тиерлек, тротуарҙар, лапмалар - парк яңы төҫ алған. Хатта вилсәпит өсөн махсус юл бар, дөрөҫ, әле уның буйлап йөрөрлөк түгел, ҡырсын, берәй ҡасан тәртипкә килтерерҙәр, тине Николай Михайлович. Паркта асфальт еҫе аңҡый, шуныһы ғына насар, ҡарағай ылыҫы еҫен күмеп, танауға инә, күңелде болғата. Быуа янына килеп, оҙаҡ итеп, моңһоу ғына спиртзавод яғына ҡарап торҙоҡ. Был быуала елле шүкәләр ҙә бар икән, тыуған иленә ҡайта алмай туҡталған ҡырғыҙҙарҙы ҡарауларға килгән омон егеттәре тотоп күрһәткән. Бына был ерҙә танцплощадка ине, тине яңы етәксе, күҙҙәрен һағышландырып, хәҙер бында береһе лә бейемәй.
Ошо урында ҡыҙылармеецтарҙы атҡандар, бында Шоттың йорто булған... Йәшерәк саҡтарында йорт тирәһендәге ерҙе ҡаҙғылап та бөткәндәр - Шоттың алтынын эҙләгәндәр, таба алмағандар, баяр ҡарт әллә бөтәһен дә үҙе менән алып киттеме икән? Һәр йөҙйәшәр ҡарағай ғына түгел, һәр ҡыуаҡ бында тарих һөйләй, баштар әйләнеп китте.
Н. Варнавский Поинерҙар йорто директоры булып әллә нисә йыл ултырҙы, яңыраҡ уйлаған да, парк етәксеһе кәрәк икәнен белеп ҡалыу менән әйткән: Мин булам. Пионерҙар йортона директор булып яңы кеше килә - Анна Дремина. Хәйер, был бөтөнләй икенсе тарих.