Ышанаһығыҙмы? Күршеләр ҙә кереп күрҙе. Беҙ йәшәгән Тау Шишмәһе ауылында булды был мөғжизә. Был алма ағасының ҡасан ултыртылғанын да яҙырға булдым.
2009 йылда тормош иптәшем менән ҡала баҙарынан өс төп алма ағасы, груша һатып алып ҡайтып, көҙ көнө ултырттыҡ. Үҙебеҙсә ҡараныҡ, һыу һиптек. Бер нисә йыл матур итеп үҫеп ултырҙылар. Беҙҙе һуҡыр сысҡан аптырата ине, бер төп алма ағасы, груша ағасы ла ҡороно. Ҡалған ике алма ағасы сәскә атмайнылар, ә шулай ҙа матур, бейек итеп үҫеп киттеләр.
Быйыл май айында, балалар, был ике ағасты ишек алдына күсереп ултыртҡандар. Ун йылдан артыҡ үҫкән ағас киренән тамыр йәйеп китерме икән, тип борсолдом.
Бына мөғжизә бит... Август айында ошо алма ағастарым сәскә атҡандар. Аптырап киттем.
Үҙемдең тыуған көнөм август айында, мөғжизәле бүләге өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәт, беҙҙе ҡыуандырып, ҡоро йылда сәскә атҡаны өсөн алма ағасыма ла рәхмәт.
Рәйсә ИСКӘНДӘРОВА, Күмертау ҡалаһы