Все новости
Тәбиғәт һәм беҙ
7 Ноября 2021, 10:34

Тәбиғәттең сикһеҙ ҡөҙрәте

Көҙҙәрҙә лә яҙҙар ҡабатлана, баҡһаң. Керәүлелә ҡара талдар сәскә атып ултыра. Йәшлеккә кире ҡайтып булмай тиҙәр, бик теләһәң, була икән.

Тәбиғәттең сикһеҙ ҡөҙрәте
Тәбиғәттең сикһеҙ ҡөҙрәте

Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде.
Ерҙең өҫтө — йәшел бер тамаша.
Гөлйемештәр ҡабат сәскә атты.
Сәскәһенә ҡарап, күҙ ҡамаша.

Эй, һоҡландыҡ, шашып, хайран ҡалдыҡ
Тәбиғәттең сикһеҙ ҡөҙрәтенә.
Мин, дәртләнеп, хатта бер йыр яҙҙым
Көҙөн атҡан сәскә хөрмәтенә.

...Ошо көҙҙә сал ир ғашиҡ булды.
Үҙе бойоҡ, үҙе ҡыуана.
Беҙ ғәйепләп көлдөк — аҡыллылар.
Йәлләп иланы тик диуана.

М. Кәрим. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: