Бер көн эшкә килһәм һауыт эсендәге гөлдәр туҙынып ята, бәй әллә бында буран булған, тип аптыраным да, туҙып ятҡан сүп-сарҙарын таҙалап ҡуйҙым. Иртәгәһенә килһәм был урында оя ҡорола башлаған. Шунан аңлап ҡалдым да, ҡош ояһын туҙҙырырға ярамай, тип теймәҫкә булдым. Ҡосшсоҡ беҙҙән ҡурҡмаһын тип, һауытты ҡаплап, күҙәтеү өсөн бер тишек ҡалдырҙым.
Был ҡошсоҡ күгәрсен булып сыҡты, ике йомортҡа һалды, яҡынса 20 көн араһында шуларҙан ике сепей килеп тә сыҡты. Был күҙәтеү бигерәк ҡыҙыҡлы булды, ошоңарсы йәшәп күгәрсендәр йомортҡаларын алмашлап баҫыуын белмәгән инем, инә ҡош осоп китһә, атаһы килеп ултырып тора. Хәҙер бына көн һайын күҙәтеп торабыҙ, инде ҙурайып баралар, ҡанаттары нығынып осҡансы ошонда булырҙар инде.
Шулай мәҙәниәт йортобоҙҙа артып ятабыҙ әле, күҙәтеп, тәрбиәләп осҡан ҡоштарыбыҙға ҡарап көн һайын уларҙың үҙгәрешәтрен күреп ҡыуанабыҙ.
Венер ХӘМИТОВ, Яңы Мораптал ауылы